Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Август 2019, 11:51

Мәктәп уҡыусыларын халыҡ программаларында ҡатнашырға өйрәтәләр

Был эште Башҡортостан Стратегик тикшеренеүҙәр институты белгестәре үткәрә. Яңы уҡыу йылы башынан Салауат һәм Октябрьский ҡалалары, шулай уҡ Туймазы һәм Стәрлетамаҡ райондары мәктәптәрендә инициатив бюджетлау проекты һынала.

Беҙҙең республикала инициатив бюджетлау алымы буйынса төрлө программалар тормошҡа ашырыла. “Башҡорт ихаталары”, Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү, ауыл хужалығы кооперацияларын булдырыу кеүек проекттар уңышлы эшләй.
Читайте нас: