Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Август 2019, 18:47

Милли ризығыбыҙҙың бәҫе төшмәһен!

20 августа, Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Башҡорт балының һәм “Ҡырағай балға һунар” тип аталған турҙың исем туйы уҙҙы. Был эш “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылды.

Башҡорт балына республика етәксеһе Радий Хәбиров әлеге вазифала эш башлауының тәүге көндәрендә үк иғтибар бирҙе. Билдәле булыуынса, ул былтыр Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөндә беҙҙең был продукттың Красноярскиҙа ни өсөн тейешле баһа алмауы сәбәптәре менән ҡыҙыҡһынып, аҙаҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа башҡорт балының абруйын һаҡлау системаһын төҙөргә күрһәтмә бирҙе.

“Был эште системалы рәүештә, юридик йәһәттән теүәл итеп алып барасаҡбыҙ”, - тине республика етәксеһе. Ул быйыл алдынғы ҡарашлы йәштәр менән осрашыуҙа ла милли ризығыбыҙҙы хәстәрләү бурысын еткерҙе. “Барыбыҙ ҙа шуны яҡшы белә: беҙҙең башҡорт балы үҙенең иҡтисади, медицина һ.б. үҙенсәлектәре буйынса иң яҡшыһы. Милли брендты әүҙемерәк яҡларға кәрәк”, - тине Радий Хәбиров.

#Миллипроекттар
Читайте нас: