Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Август 2019, 17:04

Милли проект: 2020 йыл аҙағына тиклем – 45 баҡса

“Демография” милли проектына ярашлы, 2020 йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда ете мең урынға тиерлек иҫәпләнгән 45 балалар баҡсаһы төҙөлә, тип хәбәр итте республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы етәксеһе Юрий Мельников.

Баҡсаларҙың төҙөлөшөн киләһе йыл аҙағына тамамлау күҙаллана. Ошо маҡсатҡа республика федераль ҡаҙнанан ике миллиард һумдан ашыу аҡса аласаҡ.


Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы буйынса тормошҡа ашырылған “Демография” милли проекты нигеҙендә Башҡортостанда дүрт төбәк проекты тормошҡа ашырыла.


Улар иҫәбендә – “Сабыйҙары тыуған осраҡта ғаиләләргә финанс ярҙамы”, “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү шарттары тыуҙырыу” һәм “Өлкән быуын” проекттары.



#национальныепроекты;

#нацпроекты;

#региональныепроекты;

#регпроекты;

#нацпроектыБашкортостан

#ВладимирПутин

Автор: Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА.


Читайте нас: