Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Август 2019, 19:28

"Башҡортостан лидерҙары"

"Башҡортостан лидерҙары" проектының әле Өфөлә барған "Идара итеү кадрҙары-2020-2025" конкурсында ҡатнашыусыларҙың портреты билдәле булды: уларҙың уртаса йәше - 34, иң олоһона 45 йәш, конкурсанттарҙың 83 процентын ир-егеттәр тәшкил итә.

Ҡатнашыусыларҙың 12 проценты дәүләт хеҙмәтендә, һигеҙ проценты ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу тармағында эшләй. Ошо ярымфиналға үткән 195 кешенең 75-е Өфөнән. Конкурстың маҡсаты - һәләтле кадрҙар эҙләү.

Еңеүселәр булып танылған 50 кеше дәүләт хеҙмәтендәге төрлө вазифаларға тәҡдим аласаҡ. Тағы ла шуны билдәләп үтергә кәрәк, лидерҙарҙың күпселе - ир-егегттәр.
Читайте нас: