Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Август 2019, 13:18

Ауылды үҫтерергә ҡушты

Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәренә тәғәйен эш ҡушты.

Уларҙың иң мөһимдәренең береһе – ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереүгә, юл һәм күпер төҙөүгә, инфраструктура объекттарын һалыуға ҡаралған федераль аҡсаны йәлеп итеүҙе әүҙемләштереү.


– Республика социаль сығымдарға ҡаҙнаның 80 процентын бүлә, ә иҡтисадтың үҫеш һәм өҫтәмә килем биргән реаль секторына 0,3 процент ҡына тейә, – тине Радий Фәрит улы. – Кешеләр проблемаларҙың хәл ителеүен көтә. Ләкин шуны ла аңларға тейешбеҙ: был 0,3 процент – республиканы үҫтереү стратегияһы түгел.

"Башҡортостан" гәзитенән.

Фото: glavarb.ru
Читайте нас: