Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Июль 2019, 23:16

Халыҡ уңайлыҡта йәшәһен өсөн

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төбәктә тормошҡа нисек ашырылыуы ҡаралды.

Атап әйткәндә, был милли проектты республикала тормошҡа ашырыу өсөн “Торлаҡ”, “Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү”, “Ипотека” һәм “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” тигән дүрт төбәк проекты эшләнгән һәм раҫланған.


Уларҙың тәүге өсәүһенең тормошҡа ашырылыуы тураһында республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин хәбәр иткән. Быйыл уларҙы финанслауҙың дөйөм күләме 1,28 миллиард, шул иҫәптән федераль бюджеттан 954 миллион һум тәшкил итә.


“Торлаҡ” төбәк проектының маҡсатлы күрһәткесе – быйыл дөйөм майҙаны 2,1 миллион квадрат метр булған торлаҡ йорттарҙы сафҡа индереү. Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында биләмәләр үҫеше өсөн йыл аҙағына тиклем 200 мең квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Бының өсөн 762,8 миллион һум аҡса бүленгән. Шулай уҡ федераль бюджеттан юл инфраструктураһының 7,2 километр оҙонлоғондағы ете объектын төҙөү өсөн 671,3 миллион һум аҡса бүленгән. Төп эштәр август-сентябрь айҙарында атҡарыласаҡ.


“Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү” төбәк проекты буйынса 4,8 мең квадрат метр майҙанлы авария хәлендәге торлаҡтан 299 кеше күсерелгән. Дөйөм алғанда, проектты тормошҡа ашырыу бер нисә этапҡа бүленгән. 2019 – 2020 йылдарға иҫәпләнгән тәүгеһе Баҡалы, Балтас, Белорет, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Мәсетле, Мишкә райондарындағы һәм Өфөләге 8,4 мең квадрат метрлыҡ майҙандағы авариялы һәм иҫке торлаҡтан халыҡты күсереүҙе күҙаллай.


“Ипотека” төбәк проекты буйынса ла күрһәткестәргә өлгәшелгән: “Жилстройсбережения” программалары буйынса 1180 кредит бирелгән. Марат Әхмәҙуллин проекттың федераль финанслауҙан тыш тормошҡа ашырылыуы хаҡында әйтте. Республика аҡсаһынан 234 миллион һум ошо төбәк программаһында ҡатнашыусыларға бюджет премияһы булараҡ йүнәлтеләсәк. Бынан тыш, “ДОМ.РФ” банкы менән берлектә 1 августан “Ипотека инфраструктураһы” тигән проекттың пилот этабын башлау планлаштырылған.


“Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк проекты сараларын тормошҡа ашырыу тураһында республиканың вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев һөйләне. Быйыл дөйөм финанслау 1,44 миллиард, шул иҫәптән федераль бюджеттан 1,41 миллиард һум тәшкил итә.


Йыл аҙағына тиклем 180 йәмәғәт урынын, шул иҫәптән 66 паркты, 42 скверҙы, 22 йәйәүлеләр зонаһын, 17 ял итеү объектын, 10 мемориаль комплексты, туғыҙ аллеяны, ете яр буйы һәм ете спорт-сәләмәтләндереү майҙансығын төҙөкләндереү планлаштырыла. Уларҙың дүрттән бер өлөшө (46 объекты) – яңы булдырылған биләмәләр.


Республика өҫтәмә федераль аҡса ла йәлеп итә алған. Иң яҡшы проекттар буйынса Бөтә Рәсәй конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Бәләбәй, Бөрө, Ишембай бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса проекттар еңеүсеһе тип танылған.


Радий Хәбиров биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау программаһы тураһында һөйләгәндә сифатлы атҡарылмаған эштәргә миҫалдар килтерҙе һәм был эште шәхсән контролгә аласағы хаҡында әйтте.
"Башҡортостан" гәзитенән.

Читайте нас: