Мәҙәниәт һәм сәнғәт
9 Октября , 09:57

Илаһи моң арбай күңелен...

Башҡортостандың икһеҙ-сикһеҙ, офоҡта ер менән күк тоташҡан ҡылғанлы далалы яғындатыуған Баязитов Дауыт Закир улы. Уның тормош юлы беҙҙән алыҫ Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында башлана. Күп балалы ғаиләлә үҫкән Дауыт ете йәше тулғас, музыка мәктәбе филиалына тәүге тапҡыр бара. Атаһы оҫта гармунсы була, өйҙәрендә йыш гармун моңдары яңғырай. Һәм Дауыт атаһының етеҙ уйнауына ҡарап, баянда уйнарға өйрәнергә теләй. Уның өсөн донъяла унан да матурыраҡ һәм моңлораҡ уйын ҡоралы булмаған кеүек тойола. Әммә бер ваҡыт, ҡыҙарып ҡояш байығанда, ул илаһи моң ишетә. Был ҡурай моңо була. Ул, әйтерһең дә, тауҙарҙа аҡҡан шишмә сылтырауына, уйһыулыҡта уйнаған ел иҫеүенә оҡшаған. Был моңда шул тиклем һағыш һәм азатлыҡҡа ынтылыу сағыла, һәм уның күңеле ҡурайҙы һайлай. - Баян көтөп торор, - ти бәләкәй Дауыт, уны илаһи ҡурай моңо әсир итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Илаһи моң арбай күңелен...Илаһи моң арбай күңелен...
Илаһи моң арбай күңелен...

Бына шулай башлана уның ижадҡа юлы. Ул һөт тештәре булғанда уҡ уйнарға өйрәнә. Тештәре төшкәс, бер йыл улар үҫкәнсе көтөргә тура килә, һәм ул йәнә яратҡан шөғөлөнә ҡайта. Һәм шул ваҡыттан алып ҡурай милли уйын ҡоралы ғына түгел, ә булмышына әүерелә.

Йылдар үтә. 2005 йылда Салауат музыка училищеһын ҡурай класы буйынса тамамлап, Дауыт Закир улы эшкә йүнәлтмә биргән комиссия алдына баҫа. Уға Стәрлебаш музыка мәктәбендә эш тәҡдим итәләр.

- Дауыт, һеҙҙең артығыҙҙан килгәндәр, - тиҙәр уға. - Тыуған районығыҙға ҡайтырға теләһәгеҙ, беҙ һеҙгә унда эш урыны тәҡдим итә алмайбыҙ. Әле унда ун ете ҡурайсы- белгес бар, комиссия рәйесе башҡа тәҡдимгә иғтибар итергә ҡушты.

Музыка мәктәбе директоры Шәфиева Әлфиә Рәшит ҡыҙы менән һөйләшкәс, йәш белгес уйлап та тормай беҙҙең районды һайлай. Стәрлебашта уны беренсе булып район Мәҙәниәт йорто директоры Илнур Кәримов ҡаршы ала һәм Балалар сәнғәт мәктәбенә алып бара. Ваҡыт үтеү менән бында тәүге ҡурай класы асыла. Ул көндән күп һыуҙар аҡҡан, ғүмер үткән, әммә уҡытыусының йөрәгендә ялҡын һүнмәгән.

- Ҡурай - тәбиғәттә үҫкән үләндән яһалған уникаль музыка ҡоралы, - тип һөйләй Дауыт Закир улы уҡыусыларына. - Беҙҙең Балалар сәнғәт мәктәбенә һөт тештәре төшөп, яңылары үҫкәс, ун йәш тирәһендә уҡырға киләләр.

Дауыт Закир улы преподаватель генә түгел, ә традицияларҙы һаҡлаусы. Ул үҙ ҡулдары менән ҡурай яһай.

-Һәр ҡурайсы, - ти ул, - ҡурай үләне табып унда бер нисә тишек яһап, уйын ҡоралы яһай белә. Бөтәһе биш тишек. Тәбиғи ҡурайҙың моңо бөтөнләй башҡа. Хәҙерге ваҡытта музыканттар шпон материалынан яһалған уйын ҡоралдарына күнеккән. Әммә оҫта ысын тәбиғи ҡурай моңо һәр ваҡыт хәтерендә.

Дала тынлығына ғәҙәтләнгән кешеләр һөйләшкән кеүек тыныс ҡына, ашыҡмай әңгәмәләште. Һуңынан ҡурай моңдары ағылды, йөрәктәргә үтеп инерлек көй, бөтә бинаға таралды. Күрше бүлектәрҙән коллегаларыбыҙ килеп инде. Дауыт Закир улы уйнауҙан туҡтағас, бер кем дә тынлыҡты бүлергә баҙнат итмәне. Һуңынан улар рәхмәт белдереп алҡышлай башланы.

- Бына ошо инде ысын ҡурай моңо, - тип йылмайҙы ул. - Ҡурайҙы бер кеше өсөн генә уйнамайҙар, ул барыһы өсөн дә.

Беҙ шуны аңланыҡ: Дауыт Закир улы милли традицияларҙы һаҡлаусы, киләсәк быуынға еткереүсе генә түгел, ҡурай моңо һәр кемдең йөрәгендә урын таба.

Ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, балалар ҡурайҙа уйнарға теләп, уның дәрестәренә йөрөй. Дауыт Закир улы әйтеүенсә, ҡурайҙы халыҡ-ара уйын ҡоралы тип әйтеп була. Конкурстарға күрше төбәктәрҙән киләләр, теләгән һәр кем ҡурайҙа уйнарға өйрәнә ала.

- Ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү ҡатмарлы түгел, теләк кенә булһын, - ти Дауыт Закир улы. - Балалар сәнғәт мәктәбен ҡурай класын тамамлаусылар уҡыу йорттарына ингәс тә юғалып ҡалмай, улар студенттар ансамблдәрендә сығыш яһауын дауам итә.

Балалар сәнғәт мәктәбендә сығарылыш имтихандары ваҡытында комиссия ағзалары һоҡланыуҙарын йәшерә алмай. Йәш таланттар башҡарыуында ҡурай моңо айырыуса матур яңғырай. Мәктәп базаһында «Моң шишмә» ҡурайсылар ансамбле булдырылған. Һәм уҡыусылар араһында «Ҡурай моңо» йыл һайын үткәрелгән конкурста ҡатнашыу изге традицияға әүерелгән.

Дауыт Закир улы уҡыусыларына ҡарап уларҙа киләсәкте күрә. Уларҙың ҡулдарында Башҡортостандың мәңгелек моңо яңғырай. Ул йөҙҙәрсә балаларҙы быуаттар төпкөлөнән килгән мираҫыбыҙҙы һаҡларға өйрәтә һәм ҡурай моңона һөйөү тәрбиәләй.

Рәйлә ТАЙҒОНОВА. Рөстәм ЙӘҒӘФӘРОВ фотоһы.

Автор:Наиля Багаутдинова
Читайте нас