Табылды ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән Әнисә бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ булып үҫә. Сөнки ғаиләлә һәр кем үҙенсә һәләтле була. Ағалары Ғәбит менән Ғәлим гармунда уйнаһа, апаһы Фәрзәнә күп кенә музыка ҡоралдарында уйнап, моңло йырлай ҙа. Уларҙан күреп, бәләкәй Әнисә Табылды ауылы сәхнәһендә төрлө концерттарҙа ҡатнаша. Ҡыҙҙарының һәләтен күреп, атаһы Әнисәне Өфөләге музыка мәктәбенә уҡырға бирә. Һәләтле ҡыҙ шулай итеп тап ошо мәктәптә сәнғәт серҙәренә өйрәнә.
Артабан Өфө дәүләт сәнғәт институты театр факультетының «Театр һәм кино артисы» бүлеген тамамлай. Үҙенең ижад юлын 1976 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһында нәфис һүҙ жанры артисы булып башлай. Әнисә Яхина филармонияла һәм республика кимәлендә үткән бик күп концерттарҙың алып барыусыһы булараҡ сығыш яһай, эстрадала ла, музыкаль-әҙәби лекторийҙа ла берҙәй ныҡышмал эшләй. Аҙағыраҡ Әнисә Яхина Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәрен һәм башҡорт әҙәбиәте декадаларын, Татарстанда (Ҡазан) Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрен үткәреүҙә ҡатнаша. 2002—2005 йылдарҙа Әнисә Алтынтимер ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының сәнғәт бүлеген етәкләй.
Әнисә Яхина. репертуарында С.Ә.Низаметдинов музыкаһына Рәми Ғариповтың “Табыныу” поэмаһы, Р.Ә.Солтангәрәева шиғырҙарына һәм ҡобайырҙарына “Мәңгелек йән — моң икән”, Рәми Ғариповтың шиғриәте буйынсаса “Һин ашыҡма, ҡояш”, “Мин яратам һине, тормош”, Рауил Бикбаевтың “Халҡыма хат” поэмаһы буйынса шул уҡ исемле әҙәби‑музыкаль программалар, Әнғәм Атнабаев, Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Зөһрә Ҡотлогилдина, Назар Нәжми, Рафаэль Сафин, Әнисә Таһирова, Гөлфиә Юнысова, Гөлнәр Яҡупова әҫәрҙәре буйынса әҙәби‑музыкаль программалар бар.
Әнисә Яхина Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исемдәренә лайыҡ
Әнисә Алтынтимер ҡыҙының сығыштарын әле лә ҙур сәхнәләрҙә, телвизор экрандарында күрергә мөмкин. Артабан да ижад ҡомарығыҙ сағыу төҫтәр менән балҡыһын, Әнисә Алтынтимер ҡыҙы. Һеҙгә һаулыҡ, уңыштар һәм бәхетле ғүмер теләйбеҙ!