Бөтә яңылыҡтар

Мәскәү халҡы Науруз байрамын билдәләне

Боронғо байрамдарҙың береһе баш ҡалала 15-се тапҡыр ойошторолдо. Әммә коронавирусҡа бәйле ул тәүге тапҡыр онлайн форматта үтте.

Ҡашлы йөҙөк, мәрйен һәм муйынса. Сағыу кейемдәрҙе тамашасы экрандар аша ғына күрһә лә, милли биҙәүестәрҙең барыһы ла ысын.
«Наурыҙ» байрамында Башҡортостан вәкилдәре лә әүҙем ҡатнашты. Мәҫәлән, «Аҡ тирмә» башҡорт коллективының сығышы бер кемде лә һоҡландырмай ҡалманы.
«Наурыҙ» байрамы Мәскәүҙең милли сәйәсәт һәм төбәк-ара бәйләнештәр департаменты тарафынан ойошторолдо. Онлайн форматта үтһә лә, уның программаһы ысынбарлыҡҡа тап килтереп әҙерләнгән. Сәхнәлә һәр милләт вәкиле үҙ халҡы тураһында видео презентация тәҡдим итте, шулай уҡ милли йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр менән таныштырҙы.
Яңылыҡтарҙан.Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: