Үрге Шәкәр һәм Түбәнге Шәкәр ауылдарында йәшәүселәр төпкөлдә йәшәһәң дә, шыршы тирәләй-әйлән-бәйлән уйнамай һәм ауылдаштарың менән бергә сәй эсмәй ниндәй Яңы йыл булһын, тип Үрге Шәкәр магазины алдында шыршы ултыртып, үҙҙәре өсөн байрам ойошторған.
Уның ойоштороусылары - Рәшит Әбүләев менән Миневәли Псәнчин. Ауыл халҡы урамға өҫтәлдәр ҡуйып, самауыр ҡайнатып, күңелле табын әҙерләгән. Концерт номерҙары ла күрһәтелгән. «Күндерәккәй» халыҡ ансамбле, Фатиха Шәрипова, Инсаф Мирғәләүетдинов һәм башҡалар сығыштары менән байрамға йәм өҫтәп, йыйылыусыларҙы Ҡыш бабай ҡотлап, яҡшы кәйеф бүләк иткән. Һәм барыһы ла бергә шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнаған. Үтеп барыусы машиналарҙы туҡтатып, водителдәрҙе байрам менән ҡотлап, ҡаҙылыҡ, бауырһаҡ, ҡайнар сәй менән һыйлаған. Ҡыҫҡаһы, байрам бик шәп үткән!