Яңы йыл алдынан Балалар ижад йортонда Наилә Вәлиуллинаның тәрбиәләнеүселәренең отчет концерты булды. Беҙ, ата-әсәләр, һәм балаларҙың концертта кисергән хис-тойғоларыбыҙ, кисерештәребеҙ менән уртаҡлашмайынса булдыра алманыҡ.
Программа төрлөлөгө менән таң ҡалдырҙы: вокал һәм инструменттарҙа уйнау, ансамблдәр, импровизациялар, зал менән уйнау... Моңло музыка һәм ыңғай хис-тойғолар! Яңы ғына фортепианола уйнай башлаған Милена Йосопова һәм Рената Харисоваларҙың сығыштары, баянда уйнаған Камил Ғәлиевтың һәм башҡаларҙың етди әҫәрҙәре кеүек үк, һоҡландырҙы. Ә концертта башҡарылған йырҙар береһенән-береһе моңлораҡ булды. Сығыш яһаусыларҙың һәр ҡайһыһы маҡтауға һәм юғары баһаға лайыҡ. Уҡыусылар педагогтан өйрәнгәндәрҙең барыһын да күрһәтергә тырышты.
Наилә Фәнис ҡыҙы Балалар ижад йортонда күптән түгел генә эш башлаһа ла, үҙен балаларҙың һәләттәрен аса белеүсе тәжрибәле педагог булараҡ күрһәтеп өлгөрҙө. Ул һәр баланың мөмкинлектәрен яҡшы белә һәм аңлай, шунан сығып һәр уҡыусы башҡара алырлыҡ репертуар һайлай. Йырҙар башҡарғанда балалар һәр музыкаль мәлде күңеле аша үткәрә. Наилә Фәнис ҡыҙы - оҫта психолог, ул балаларҙың һәләтен генә асып ҡалмай, аралашыуҙан шатлыҡ-ҡыуаныс та бүләк итә белә.
Тышта һыуыҡ, ә балаларға ул ҡурҡыныс түгел. Улар Балалар ижад йортона музыкаль занятиеларға ашыға һәм бында күңел йылыһын да бүләк итәсәктәрен яҡшы белә. Беҙ, ата-әсәләр, быға бик шат.
Балаларыбыҙҙың юлында уларҙың күңеленә юл таба һәм таланттарын аса белгән педагог осрауына яҙмышҡа рәхмәтлебеҙ.
Наилә Фәнис ҡыҙының балаларыбыҙға ҡарата һөйөү шишмәһе һайыҡмаҫ һәм уларҙың һәләттәрен артабан да асыр һәм үҫтерер, уларҙы матурлыҡҡа ылыҡтырырға ярҙам итер тигән ышаныста ҡалабыҙ.