Яңы йыл байрамы Табылды ауылында 29 ғинуарҙа башланды. Был көндө Аръяҡ урамында йәшәүселәр ауылдаштарын үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Унда беҙ Яңы йыл тамашаһын ҡараныҡ. Байрам урыны бик матур биҙәлгәйне, ҡарҙан төрлө һындар эшләнгән. Быларҙың барыһына ла Аръяҡ урамында йәшәүселәрҙең олоһо ла, кесеһе лә үҙ тырышлығын һалғандан һуң бик матур боҙ ҡаласығы барлыҡҡа килгән.
Байрам икенсе көнгә ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. Бында йыйылыусылар «Ҡыҙыл башлыҡ нисек Яңы йылды ҡаршы алған» исемле театрлаштырылған тамаша, шулай уҡ үҙешмәкәр артистар ҡуйған матур концерт ҡарап, күтәренке кәйеф, дәрт-дарман алып таралышты. Сара һуңында эшләнгән боҙ ҡаласыҡтары баһаланып, уларға йомғаҡ яһалды.
3 ғинуарҙа ауылдаштарҙы ауыл мәҙәниәт йортонда «Йәшлекте иҫкә алып» исемле сара көттө. Унда «Ваҡыт машинаһы»нда «Йәш саҡтағы уйындар», «Йәшлек бейеүе», «Һикһәненсе йылдар бейеүе» тип аталған төрлө туҡталыштарға сәйәхәт ойошторолдо. Унда төрлө башватҡыстар, викториналар үткәрелде. Кисә барыһының да күңеленә хуш килде .
5 ғинуар көнө Аръяҡ урамының боҙ ҡаласығында «Ҡышҡы һабантуй» ойошторолдо. Унда «Тауыҡтар» һәм «Селләләр» командалары көс һынашты. Һәр команда үҙенә капитан, исем, девиз һайлағандан һуң, улар араһында сана менән ярыш, ҡалаҡ менән йомортҡа ташыу, арҡан тартышыу тоҡ менән һуғышыу, икешәр концерт номерҙары, санаға ултырып арҡан тартышыу, тоҡ кейеп йүгереү кеүек ярыштар ойошторолдо. Һөҙөмтәлә командалар араһында дуҫлыҡ еңде. Ә еңеүселәргә Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу бүләктәре тапшырылды.
7 ғинуарҙа ауылдың үҙешмәкәр артистары Аллағыуат ауылында «Ҡышҡы моңдар» исемле концерт программаһы менән сығыш яһаны. Концерт килеүселәрҙең барыһына ла бик оҡшаны. Тамаша аҙағында ике ауыл халҡы берҙәм бейеп, Аллағыуат халҡын беҙҙең ауылға яуап итеп, концерт ҡуйырға саҡырып таралышты. Был уңайҙан файҙаланып, ошо концертта ҡатнашҡан барлыҡ артистарға һәм беҙҙе бик йылы ҡаршылаған ауыл клубы мөдире Маһира Ҡолһаринаға, шулай уҡ киң күләмле, матур, күңелле байрам ойоштороуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән «Нур» агрофирмаһы» йәмғиәте етәксеһе Радик Рафаэль улына, район мәҙәниәт йорто директоры Рафаил Мансур улына, Күндерәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Юлай Йәүҙәт улына һәм шәхси эшҡыуар Рәйсә Исмәғилеваға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Яңы йыл барыбыҙға ла яңы бәхет, ғаилә именлеге, уңыштар, яуланаһы яңы үрҙәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар килтерһен!