Уйлап ҡараһаң, был ауыл халҡының ысынлап та ғорурланыр урыны бар, сөнки йәш башҡорт актерҙары сығышы менән тап ошо ауылдан. Бөгөн улар менән яҡыныраҡ таныштырырға теләйбеҙ.
Беҙҙең беренсе мәҡәлә геройыбыҙ - Арыҫлан Ғәлиев, ул кинорежиссер Айнур Асҡаровтың «Өс таған» тулы метражлы нәфис фильмында төп ролдәрҙең береһен башҡара.
«Өс таған» - һуғыштан һуңғы ваҡытта башҡорт ауылында йәшәгән дүрт малай тураһында мауыҡтырғыс, мажаралы фильм. Ғабдулла, Айҙар, Вәзир һәм Яҡуп исемле малайҙар кипкән күлде «йәнләндереп», Кирәмәт тауын ҡотҡарырға теләй. Маҡсаттарына ирешер өсөн уларға бик күп һынауҙар аша үтергә һәм һәр ҡайһыһына яҡшы яҡҡа үҙгәрергә тура килә.
Фильм БР Хөкүмәте һәм республиканың Мәҙәниәт министрлығы булышлығында «Аскарфильм» студияһы тарафынан төшөрөлә. Унда бик күп башҡорт театр актерҙары - Азат Йыһаншин, Вәкил Йосопов, Тәнзилә Хисамова, Әхәт Хөсәйенов, Гөлшат Ғайсина, Айһылыу Йомағолова һәм башҡалар ҡатнаша.
Был киноны 2018 йылда төшөрәләр, ул саҡта үҫмер кәүҙәгә бер аҙ тулыраҡ һәм буйға ҡыҫҡараҡ була. Хәҙер Арыҫланға 15 йәш, Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында белем ала.
Уның әсәһе Эльмира осраҡлы ғына Интернетта кинола төшөү өсөн ашығыс рәүештә башҡортса һөйләшкән һәм йөҙә белгән малай кәрәк тигән иғлан күреп ҡала. Әсәһе Арыҫланға тәҡдим итә, һәм улар тиҙ генә ҡыҫҡа видео төшөрөп, адрес буйынса ебәрәләр. Күпмелер ваҡыттан режиссер Айнур Асҡаров уны саҡыртып ала һәм Вәзир ролен тәҡдим итә. Арыҫландың ата-әсәһе Эльмира менән Илһам фильм төшөргәндә һәр ваҡыт улдары йәнәшәһендә була, һәр йәһәттән ярҙамлаша.
Кино Ғафури районының иң хозур тәбиғәтле урындарының береһендә - Толпар ауылында төшөрөлә, ул ҡыҫҡа ваҡытҡа Мостай Кәримдең билдәле китабындағы Бөркөтлө ауылына әүерелә. Ҡайһы бер эпизодтарҙы Ишембай районында, Торатау эргәһендә лә төшөрөргә тура килә. Малайҙар ике айға яҡын ауыл мәктәбе бинаһында йәшәй. Ошо ваҡыт эсендә улар шул тиклем ныҡ дуҫлаша, хатта әле лә бәйләнеште өҙмәй, аралашып торалар, Өфөлә осрашалар.
Эпизодтарҙың береһендә Арыҫланға һөт эсергә һәм картуф ашарға кәрәк була, ете дубль төшөргәнлектән, уға һәр дубль һайын ошо ғәмәлдәрҙе ҡабатларға тура килә. Бер ваҡыт уның күңеле болғанып, хатта ҡыйын да булып китә һәм ул ошо мәлде оҙаҡ онотмаҫ!
Фильм төшөрөү бер ниндәй тотҡарлыҡтарһыҙ план буйынса бара. Шуныһы ғына, съемкалар сентябргә тиклем дауам итә һәм көндәр һыуытҡас уға һалҡын һыуҙа йөҙөргә тура килә.
Арыҫлан әйтеүенсә, фильм режиссеры Айнур Юлай улы, билдәле булыуына ҡарамаҫтан, бик ябай, аралашыусан, изге күңелле кеше, балалар менән еңел уртаҡ тел таба, яҡшы ойоштороусы. Балалар уны бик ныҡ ярата, кино төшөргән ваҡытта команда дуҫлашып, туғанлашып бөтә. Режиссер Арыҫланды оҫталығы һәм тәртибе өсөн маҡтай.
Тағы бер ҡыҙыҡлы мәл. Съемкалар тамамланып тауыш яҙҙыртыу араһында ете ай үтеп китә. Был йәштә күпселек үҫмерҙәрҙең тауышы үҙгәргән кеүек, Арыҫландың да тауышы үҙгәрә һәм ул бөтөнләй башҡаса яңғырай. Фильмға тауыш бирер өсөн күп кенә ваҡыт үтә, сөнки кино командаһына Арыҫландың тауышына оҡшаш тауышлы малайҙы табырға тура килә. Унан тыш, тағы бер үҫмер ошондай проблемаға юлыға һәм премьера оҙаҡҡа һуҙыла.
Билдәләп үтергә кәрәк, коронавирус инфекцияһы пандемияһы арҡаһында «Өс таған» фильмының премьераһы бөтөнләй булмаған әле, ул күренекле яҙыусы Мостай Кәримдең 100 йыллығына бағышланған юбилей сараларында ҡатнашыусыларға ғына күрһәтелгән. Шуға ҡарамаҫтан, фильм «Әҙәбиәт һәм кино» кинофестивалендә (Гатчина) Гран-при яулаған һәм үҙенсәлекле музыка өсөн махсус диплом менән бүләкләнгән. Ә күптән түгел ул Ҡытайҙа 15-се Халыҡ-ара балалар кинофестивалендә иң яҡшы балалар фильмы тип танылды.
- Киләсәккә пландар ниндәй? - тип ҡыҙыҡһындым үҫмерҙән.
- Миңә кинола төшөү бик оҡшаны. Был шул тиклем мауыҡтырғыс тип уйламағайным да. Буласаҡ һөнәремде һайламағанмын әле, әммә, бәлки, ғүмеремде тап кино менән бәйләрмен. Режиссер һәм кинооператор эше мине ҡыҙыҡһындырҙы, - тип яуап бирҙе Арыҫлан.
Фильм премьераһын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ һәм Арыҫланға киләсәктә уңыштар һәм теләктәренең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!
Арыҫландың атаһы Илһам Ғәлиев - Ибраҡай ауылынан. Ваҡытында үҙе «Дуҫлыҡ» бейеү ансамбле йондоҙсоғо була. Бер сара ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Ул репетицияларҙа ныҡышмалы шөғөлләнә, һәр хәрәкәтен еренә еткереп башҡара. Уның ҡатнашлығында «Гөлнәзирә», «Дуҫлыҡ», «Буковинская полька», «Зарифа», «Татар бейеүе», «Тимербайҙың биш улы» бейеүҙәре берәүҙе лә битараф ҡалдырмай, тамашасылар көслө алҡыштарға күмә. Бейеүгә һөйөү Илһамды хореография донъяһына алып килә, ул Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға инә.
«Илһам бик әүҙем, ярҙамсыл, изгелекле кеше. Һәр ваҡыт үткәрелгән саралар уртаһында ҡайнаны. 2012 йылда уның инициативаһы менән ауылда «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», ә 2018 йылда - «Шәжәрә байрамы»н үткәрҙек. Был байрамдарҙы үткәрергә ҙур сығымдар талап ителә ине, был йәһәттән Илһам ҙур ярҙам күрһәтте. Шулай уҡ үҙе эшләп киткән Стәрлетамаҡ бейеү театрын ҡунаҡҡа саҡырып, ауылдаштарына ҙур байрам яһаны. Ул һәр ваҡыт шылтыратып, ауылдаштарының хәлен, һаулығын һорашып тора. Мәктәптә ҡумыҙ ансамблен ойошторорға йыйынғанымды белгәс, ул бер һүҙһеҙ ун ҡумыҙ бүләк итте. Бының өсөн уға айырым рәхмәт. Әле булһа ла балаларҙы ҡумыҙ уйнау серҙәренә төшөндөрәм. Шундай шәп, тырыш, бейеүсе уҡыусым булғанға үҙебеҙҙең улыбыҙға ла Илһам тип исем ҡуштыҡ. Хәҙер Илһам менән Эльмираның үҙҙәренең өс балаһы бар. Уға һәм ғаиләһенә уңыштар, именлек теләйем», - бына шундай йылы һүҙҙәр әйтте элекке уҡыусыһы тураһында уҡытыусыһы Әнисә Мөхәмәтйәнова.
Беҙҙең икенсе мәҡәлә геройыбыҙ - Гөлгөнә Баһауетдинова, ул яҡташыбыҙ Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙының ҡыҙы. Беҙҙең районда уның тураһында күптәр яҡшы беләлер, тип уйлайым. Ул журналист, «Ашҡаҙар» радиоһы мөхәррире һәм алып барыусыһы, БР атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, БР һәм РФ журналистар союзы ағзаһы, «Матбуғат», «Беҙҙең донъя», «Ижади портрет» программаларының алыштырғыһыҙ алып барыусыһы. Ул республика халҡын Башҡортостандың ваҡытлы матбуғаты, билдәле яҡташтарыбыҙ - ғалимдар, артистар, шағирҙар, журналистарҙың тормошо менән таныштыра. Ул иһә БСТ телеканалында иртәнге «Сәләм» телевизион программаһының иң беренсе алып барыусыларының береһе була. Гәзитебеҙҙең май айы һандарының береһендә Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙы тураһында ентекле мәҡәләбеҙ баҫылып сыҡҡайны. Шунда уҡ уның бихисап концерттарҙа, ижади кисәләрҙә, фольклор конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыуын да әйтеп үткәйнек. Фәнүзә Баһауетдинова - беҙҙең районда ғына түгел, тотош республикала билдәле шәхес. Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙы тыуған яҡтарын онотмай, бәйләнеште өҙмәй, кәрәкһә, яҡташтарына ҡулынан килгәнсе ярҙам итә тип билдәләп үтке килә. Ул бәләкәйҙән районда булған бөтә ваҡиғаларҙы белеп бара. Шулай булмай ни! Сөнки Фәнүзәнең әсәһе - Фәрзәнә Сафа ҡыҙы Баһауетдинова Ибраҡай ауыл клубына етәкселек иткән. Үҙенең беренсе микрофонын Фәнүзә әсәһенең ҡулынан ала. Хәҙер иһә микрофонды үҙенең балаларына тапшырған. Уның ҡыҙҙары Гөлйемеш менән Гөлгөнә тормошта ярайһы уҡ уңыштарға өлгәшкән. Өлкән ҡыҙҙары Гөлйемеш төрлө конкурстарҙа һәр ваҡыт призлы урындар яулай, ә кесеһе медиа өлкәһенә тартыла. Бөгөн шуларҙың бәләкәйе тураһында һөйләйбеҙ.
2017 йылдың аҙағында «Тамыр» балалар - үҫмерҙәр телеканалы башҡорт телендә «Бирешмә» тип аталған беренсе үҫмерҙәр телесериалын сығара. Ул «ТЭФИ-төбәк» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы финалына сыға һәм финалистар араһында милли телдә берҙән-бер эш була. Бөгөн «Бирешмә» - ҙур проект, уның музыкаль төркөмө һәм «Бирешмә. Профи» телепрограммаһы бар. Гөлгөнә - ошо телесериалдың һәм проекттың төп геройҙарының береһе.
Бына нимә һөйләне ул үҙенең кинокарьераһы тураһында: «Бәләкәйҙән үк апайым Гөлйемеш менән «Тамыр» телеканалы мөхәррире Зөлфиә Даянова әҙерләгән «Иләү» радиотапшырыуында, бер нисә тапҡыр «Сәңгелдәк» тә төшөп ҡараныҡ. Мәктәптә уҡығанда «Тамыр» телеканалының «Тау-тау хәбәр» проектына кастинг иғлан итәбеҙ тигән яңылыҡ ишетеп, барып ҡарарға булдым. Телевидениеға ҡыҙыҡма, медицинаға бәйле берәй етди һөнәр һайла, тип кәңәш итте әсәйем. Ә атайым мине стоматолог булараҡ күргеһе килә ине. Әммә мин медиа мөхитендә үҫтем, һәм телевидение тураһында уйҙарым башымдан сыҡманы. Шулай ҙа киләһе көнөнә мәктәптән һуң берәүгә лә әйтмәйенсә, кастинг үтергә киттем. Унда беҙҙе төшөрөп ҡаранылар, камера алдында һөйләттеләр ҙә, шылтыратырбыҙ, тип әйттеләр. Бер нисә көн үткәс, миңә ысынлап та хат килде! «Һине 2-се турҙа көтәбеҙ!»- тип яҙылғайны унда. Шунан инде әсәйемә барыһын да һөйләп бирҙем. Ул: «Ярай инде, ҡыҙым, алға!» тине. Шулай итеп мин телевидение донъяһы буйлап сәйәхәткә киттем! Был проектты беҙ тура эфирҙа алып барҙыҡ!».
Гөлгөнә киноға осраҡлы ғына килмәй. Бер көндө уға «Тамыр»ҙан: «Һине үҫмерҙәр өсөн беренсе башҡортса сериалға кастингка саҡырабыҙ» - тип шылтыраталар. Ҡыҙ уйлап та тормайынса ризалаша. Бер нисә көндән почтаһына сценарий килә һәм съемкалар башлана. «Бирешмә» үҫмерҙәр телесериалында Гөлгөнә менән бер рәттән Данир Ғимаҙиев, Гәлсәр Байғусҡарова, Хәйҙәр Вәлиев төп ролдәрҙе башҡара.
Сериалды төшөргән ваҡытта бик күп ҡыҙыҡлы хәлдәр булды, тип хәтерләй йәш актриса. Съемкалар йәй көндәре, каникул ваҡытына тура килә. Гөлгөнә мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортона инергә йыйына. Актерҙар көн буйына съемкаларҙа йөрөй, ә төшкө ялда Гөлгөнә имтихандарға әҙерләнә. Бер көндө уларға: «Бөгөн таңғы 4-тә һауа шарында төшөрәбеҙ!»- тиҙәр. Әлбиттә, бөтәһе лә сикһеҙ шат була! Әммә... шул уҡ көндө Гөлгөнәнең ике юғары уҡыу йортонда имтихандары булырға тейеш була. Шулай итеп, ул тәүге тапҡыр һауа шарында оса, ә съемканан һуң университетҡа йүгерә.
«Бирешмә» сериалынан «Бирешмә» вокал төркөмө барлыҡҡа килә. Был проектты кескәйҙәр ҙә, ололар ҙа ярата. Өс йыл эсендә нимәләр генә эшләмәй улар! Сериалдан һуң дүртәүләшеп изгелек һәм дуҫлыҡ концерты ойоштороп, бәләкәйҙән үк сирләгән тамашасылары Руслан Шәрәфетдиновҡа ярҙам итергә булалар. Шулай итеп, улар сериалдың сюжетын ысын тормошҡа ашырырға ниәтләйҙәр! «Тамыр»ҙа эшләүсе апай-ағайҙар уларға был башланғыстарында ярҙам итә!
Һуңынан Яңы йылға «Бирешмә, Ҡыш бабай!» яңы йыл әкиәт-мюзиклын төшөрәләр. Унда ла ҡыҙыҡлы хәлдәр бик күп булды, тип хәтерләй Гөлгөнә. Ә иң иҫтә ҡалғаны - үҙенең 19 йәшен Гөлгөнә съемкаларҙа ҡаршылай.
Был ижади команданы хатта Швейцарияға Һабантуй байрамына ла саҡыралар. Европаға сыҡҡас, улар Францияла Эйфель башняһы эргәһендә клип төшөрөргә ҡарар итә. Шулай уҡ Чехияға барып, «Прага буяуҙары» Халыҡ-ара вокал конкурсында беренсе дәрәжә лауреаттар булалар! Унан йөрөп ҡайтҡас, «Бирешмә» үҫмерҙәр өсөн премияһын булдырырға уйлайҙар. Был идеяны ла шулай уҡ тормошҡа ашыралар! Һәм бына икенсе йыл рәттән улар республикабыҙҙың алдынғы уҡыусыларын, спортсыларҙы, төрлө өлкәлә уңыштарға ирешкән ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы ошо премия менән бүләкләйҙәр!
«Күптән түгел генә БСТ телеканалында беҙҙең «Бирешмә» сериалының икенсе миҙгеле күрһәтелә башланы! Икенсе миҙгелде лә беҙҙең тамашасыларыбыҙ йылы ҡаршы алыр һәм уларға беҙҙең эш оҡшар, тип ышанам!» - тип уртаҡлашты Гөлгөнә Баһауетдинова.
Ибраҡайҙар башҡорт киноһы күгендә сағыу балҡыған йондоҙсоҡтары менән ғорурлана һәм уларға уҡыуҙарында һәм ижадтарында артабан да уңыштар теләй. Ҡасандыр уларҙың ата-әсәләре беҙҙең ауылдың бәләкәй генә сәхнәһендә “балҡый” ине. Күп йылдар үтһә лә, беҙ уларҙы онотмайбыҙ һәм һәләттәрен балаларына тапшырғандары өсөн шатланабыҙ.