Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
21 Декабрь 2020, 11:45

«Йәшлек шоу-2020» финалсылары өсөн тауыш биреү башланды

19 декабрҙә «Йәшлек шоу-2020» Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале финалында тамашасыларҙың тауыш биреүе башланды.

Теләгән һәр кем яратҡан ҡатнашыусыһы өсөн 5577 номерына SMS ебәрергә мөмкин (2020/пробел/ҡатнашыусының номеры). Тауыш биреү һөҙөмтәләре 26 декабрҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында суперфиналдың тура эфирында иғлан ителә. Хәбәрҙәрҙе түбәндәгесә ебәрергә кәрәк: — Алиса Йомағәлиева өсөн (Салауат ҡалаһы, Башҡортостан Республикаһы) 5577 номерына 2020 (пробел) 1, — RAHIMOV өсөн (Ришат Рәхимов, Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡортостан Республикаһы) 5577 номерына 2020 (пробел) 2, — Илдар Абдуллин өсөн (Ырымбур ҡалаһы, Ырымбур өлкәһе) 5577 номерына 2020 (пробел) 3, — «ZAKARIA» фолк-төркөмө өсөн (Ҡазан ҡалаһы, Татарстан Республикаһы) 5577 номерына 2020 (пробел) 4, — Алтынай Заһитов өсөн (Мәскәү ҡалаһы) 5577 номерына 2020 (пробел) 5, — Наҙгөл Отузова өсөн (Салауат районы, Башҡортостан Республикаһы) 5577 номерына 2020 (пробел) 6. https://www.bashinform.ru/news/1537469-v-bashkortostane-idet-zritelskoe-golosovanie-finala-yeshlek-shou-2020-perezagruzka/
Читайте нас: