Мәҙәниәт һәм сәнғәт
12 Января 2020, 13:42

Илдар Абдразаҡовтың III Халыҡ-ара музыка фестивале дүрт ҡаланы берләштерә

Илдар Абдразаҡовтың III Халыҡ-ара музыка фестиваленең программаһы билдәле булды. Фестиваль Рәсәйҙең дүрт мәҙәни үҙәген — Екатеринбург, Өфө, Ҡазан һәм Мәскәү ҡалаларын берләштерә.

«Ҡәҙерле дуҫтар! Яңы 2020 йылды ҙур пландар һәм #abdrazakovfest фестиваленә әүҙем әҙерлек менән башлау бик күңелле, мин уны Джузеппе Вердиҙың мираҫына арнарға булдым!» — тип яҙҙы артист фестивалдең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
15 февралдә фестиваль Екатеринбургта Свердловск дәүләт академия филармонияһында «Италия музыкаһы кисәһе» концерты менән асыла.
19 февралдә Өфөлә Башҡорт опера һәм балет театрында Илдар Абдразаҡов ҡуйылышында Джузеппе Вердиҙың «Аттила» операһы яңғырай.
21 февралдә фестиваль Ҡазанда С.Сәйҙәшев исемендәге Ҙур концерт залында «Италия музыкаһы кисәһе» концерты менән дауам итә.
26 февралдә Мәскәүҙә фестиваль П.И Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһында «Верди-гала» менән тамамлана.
Читайте нас