Мәҙәниәт һәм сәнғәт
7 Января 2020, 20:00

Яңы йондоҙҙар балҡыны сәхнә күгендә

Йыл һайын 7 ғинуарҙа, Раштыуа байрамы көнөндә, районда “Йондоҙ бул!” конкурсы уҙғарыла. Быйыл да ошо бәйгегә район Мәҙәниәт Йортона төрлө ауылдарҙан ике тиҫтәгә яҡын йәш йыр башҡарыусы йыйылды.

Улар башҡарыуында башҡорт, татар һәм рус телдәрендә эстрада йырҙары яңғыраны. Жюри ағзалары билдәләүенсә, йәштәр һәләтле, йырҙары оҫта башҡарыуҙары менән айырылып торалар.
Шулай ҙа һәр бәйгенең еңеүсеһе була. Быйыл гран-при Айҙарәле ауылынан Нуршат Әсфәндийәровға бирелде. Беренсе урында Константин Петров менән Азалия Шафиҡова, икенсе урында – Гөлнәзирә Ғүмәрова менән Радмир Кирәев, өсөнсө урынды Дамир Ғабсаттаров менән Розалина Сәләхетдинова бүлеште.
Автор фотоһы.
Читайте нас