Мәҙәниәт һәм сәнғәт
6 Января 2020, 05:50

Сысҡансуҡ беҙҙә ҡунаҡта

Ҡышҡы каникул осоронда Йәлембәт ауыл мәҙәниәт йортонда балалар өсөн "Сысҡансуҡ беҙҙә ҡунаҡта" тигән күңелле байрам кисәһе үтте

Байрамға килгән һәр бала үҙенең һөнәрҙәрен күрһәтеп Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан бүләктәр алды. Әкиәт геройҙары Сысҡансуҡ менән Ҡомаҡ апай ойошторған, уйындарҙа ҡатнашып, түңәрәктә йырлашып, рәхәтләнеп күңел асты ҡыҙҙар һәм малайҙар. Ә ата - әсәләр, үҙ сиратында, яңы йыл йырҙарын йырлап ярыштылар.Күңелле байрам кисәһе һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Читайте нас