Нардуған - ҡояш тыуған көн. Борон замандарҙа атай-олатайҙарыбыҙ ҡояшҡа мөрәжәғәт иткән. “Нар туған, беҙгә йөҙөң менән борол инде!” тигәндәр. Ҡышҡы Нардуған бер аҙна дауам иткән.
Нардуған, Нардуған,
Нардуғанға кил, туған!
Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районы Яңы Бишауыл ауылы халҡы фольклор байрамы үткәрҙе.
Байрамда Яңы Бишауыл ғына түгел, күрше Иҫке Бәпес ауылы халҡы ла ихлас ҡатнашты. Шыршы тирәләй йырҙар йырлап, бейеп, уйындар уйнау, балаларҙың рәхәтләнеп тау шыуыуы ауыл урамдарын шат тауыштарға күмде.
Ауыл биләмәһе башлығы Азамат Ғәйфуллин башҡорт халҡының йолаларын һаҡлауға йүнәлтелгән эшмәкәрлектең әһәмиәтен билдәләп, байрамда ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илмира Ғәлиәхмәтова иһә ауыл халҡына артабан да тыуған ергә һәм тыуған телгә ихтирам һәм һөйөүҙәрен һаҡлауҙарын теләне. Бөтә донъя башҡорттары Башҡарма комитеты ағзаһы Мансур Ахунов йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотлап, “Айыҡ ауыл” конкурсы тураһында һөйләне.
Әйткәндәй, яңыбишауылдар “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеүсе булды, улар хәҙер район данын республика бәйгеһендә яҡлаясаҡ.
Артабан сара мәғариф ветераны Мәрүәр Ишморатованың өйөндә дауам итте. Ауылдың имамы Абдулхай Абдуллин Ҡөрьән аяттары уҡыны. Ағинәйҙәр балаларға йомаҡтар ҡойҙо, һынымыштар әйтте. Таштар ярҙамында күрәҙәлек итеү ҙә бик ҡыҙыҡ булды. Баҡтиһәң, таштарҙағы семәрҙәр күп нимә тураһында һөйләй ала икән, бары тик уларҙың мәғәнәһен аңлай белергә генә кәрәк.
Ауыл халҡы тырышып донъя ла көтә, байрам да итә белә. Ошондай саралар һәүетемсә генә барған йәшәйеште йәмлерәк, йәнлерәк итеп кенә ҡалмай, халыҡты берләштерә, шулай уҡ, халҡыбыҙҙың йолаларын тергеҙеүҙә лә ҙур роль уйнай. Әйтерһең дә, уларҙа йыр-моңға маһир, ихлас халҡыбыҙҙың бар булмышы сағыла. Киләһе Нардуған байрамдарында именлектә ҡаршы алырға яҙһын!