Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
24 Декабрь 2019, 10:20

Бер көн эсендә ун фильм төшөргәндәр

“Синема” йәштәр кино төшөрөү үҙәге һәм “Мидпоинт” кинмәктәбе тарафынан ойошторолған ижади кинолабораторияның шарттары ябайҙан түгел: бер аҙна дауам иткән оҫталыҡ дәрестәренән һуң был өлкәлә үҙ һүҙен әйтергә ашҡынған һәр кем 48 сәғәт эсендә фильм төшөрөп тә, уны ҡорап, ҙур экранда күрһәтергә әҙерләп тә өлгөрөргә тейеш.

Башҡортостанда өсөнсө тапҡыр уҙғарылған кинолаборатория күптән түгел 10 ҡыҫҡа метражлы фильмға донъя күрергә сәбәпсе булды.
Был эштәрҙең барыһын да “Родина” кинотеатрында күрһәттеләр.
“Бейеү”, “Һин булмағанда” һәм башҡа фильмдар тәү сиратта ҡыҙыҡлы сюжеттары менән арбай. Йәш кинематографистар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кадрҙар аша мөһим һүҙҙәрен еткерергә ашыҡҡан.
Уларҙың хеҙмәте, тырышлыҡтары бушҡа китмәне – кинолабораторияны ябыу тантанаһында һәр кем сертификаттар менән бүләкләнде. Шулай уҡ, ойоштороусылар белдереүенсә, ҡайһы бер фильмдар Рәсәйҙең кинофестивалдәрендә лә ҡатнашасаҡ.
“Синема” йәштәр кино төшөрөү үҙәге етәксеһе Азат Ғиззәтҡоловҡа, әйткәндәй, 18 генә йәш. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, егет бынан алда “Мидпоинт” киномәктәбе ойошторған лабораторияларҙа ҡыҙыҡлы фильмдары менән ҡыуандырып килде, ә күптән түгел “Алтай. Үҫеш биләмәһе” форумында грант отоп, ошо үҙәкте булдырыуға өлгәште.
Үҙҙәрен кино сәнғәтендә һынап ҡарарға теләүселәр өсөн Гөлфиә Шәрипованың да исеме яҡшы таныш. Башҡортостан Кинематографистар союзының йәштәр үҙәге етәксеһе, “Мидпоинт” киномәктәбе директоры ла тап Башҡортостандағы кинодонъя үҫеше өсөн күп көс һала.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Айгөл Йәмилева

Читайте нас: