Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
23 Декабрь 2019, 23:30

Башҡортостан яңы йылды ҡаршыларға әҙер

Быйыл ҡала һәм райондар байрамға ижади ҡараны, тип белдерҙе республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә.

Яңы йыл каникулдарында мәҙәни һәм спорт саралары ойоштороу мөһим, тип билдәләне Республика Башлығы Радий Хәбиров.
31 декабрҙә Өфөлә “Терра Ҡыш” фестивале башлана. Яңы йылды ҡаршылаған сәғәттәрҙә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин сығыш яһай. 1 ғинуарҙа сәғәт биштән “Юлдаш” радиоһы алып барыусылары һәм республика йырсылары ҡатнашлығында тамаша ҡарарға була. 2 ғинуарҙа Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин Боҙ-батл уҙғара. 3 ғинуарҙа ҡыш фестивален "Спутник ФМ "радиостанцияһы дауам итә.
Читайте нас: