Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
22 Декабрь 2019, 21:30

Ишембай районында «Уйна, гармун, яңғыра, таҡмаҡ» фестиваль-конкурсы үтте

Бәйгелә тиҫтәнән ашыу үҙешмәкәр коллектив, барлығы дүрт йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты.

Һәүәҫкәрҙәр менән бер рәттән сәхнәгә профессионалдар, республика конкурстарында еңеүселәр ҙә күтәрелде. Төрлө милләт һәм һөнәр эйәләрен сәнғәткә һөйөү берләштерҙе. Гармун, тальян, баянда уйнаусылар тамашасы һөйөүе өсөн көрәште.
Жюри ағзалары ҡатнашыусыларҙың башҡарыу оҫталығы, таҡмаҡтарҙың эстәлегенә иғтибар итте. Петровское ауылында ойошторолған сараның маҡсаты музыка ҡоралдарын популярлаштырыу, үҫеп килгән быуынға еткереү. Гармунсылар һәм таҡмаҡсылар бәйгеһен даими үткәреү планлаштырыла.
Автор: Гөлназ Хәйбуллина.
Читайте нас: