Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
21 Декабрь 2019, 11:30

"М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Яңы йыл марафоны старт алды"

тип хәбәр итә мәҙәни усаҡтың әҙәбиәт бүлеге мөхәррире Рәзилә Ырыҫҡужина:

- Театр фойеһында йәш тамашасылар сағыу биҙәлгән байрам шыршыһын уратып уйындар уйнап, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм бик күп әкиәттәр геройҙары менән танышып, байрам тамашаһы ҡараны.

О.Пичуриндың "Яңы йыл мажараһы" әкиәтенең премьераһы балаларҙы ҡышҡы урманға алып сыҡты. Хәйләкәр Мәскәй әбейҙең урман йәнлектәрен Яңы йылһыҙ ҡалдырырырға тырышып ҡылған мажараһы бер тамашасыны ла битараф ҡалдырманы. Киреһенсә, уның дөрөҫ юлға төшөүе көслө алҡыштарға күмелде.


Ошо көндәрҙә йәш тамашасыларҙы тағы бер премьера көтә: Корней Чуковскийҙың "Айболит һәм Бармалей" әкиәте буйынса мюзикл. Таныш әкиәттең яңыса күрһәтелеүе балаларға ғына түгел, ололар күңеленә лә хуш килер.
Милли йәштәр театрында байрам марафоны киләһе йылдың 12 ғинуарына тиклем дауам итә. Рәхим итегеҙ!

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән

Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/M-K-rim-isemend-ge-Milli-y-sht-r-teatrinda-Ya-i-yil-marafoni-start-aldi-47905/
Читайте нас: