Күп бәйгеләрҙә еңеү яулау менән бер рәттән, ижади төркөм Рәсәй буйлап "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы үткән “Театрлы Волга буйы” фестивалендә ҡатнашып, төбәк-ара этапта еңеү яуланылар, финал өлөшөндә лә үҙҙәрен лайыҡлы күрһәттеләр. Быларҙан тыш, улар ҡуйған спектаклдәргә халыҡ эркелеп йөрөнө. “Ҡорос”тар Мостай Кәримдең тормош юлын, оло һөйөүен һүрәтләгән “Һинһеҙ донъям япа-яңғыҙ” спектаклен сәхнәгә сығарҙы, Аҡмулланың тыуған көнөндә тамашасыһын бөйөк мәғрифәтсегә арналған “Аҡмулла” сәхнә әҫәре менән ҡыуандырҙы, балалар өсөн әкиәттәр менән балалар йорттарында сығыш яһаны.
Ошо көндәрҙә “Ҡорос” халыҡ театрын Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округы вәкиллеге аппаратының Башҡортостан буйынса баш федераль инспекторы Михаил Закомалдин үҙе тәбрикләне. Театр етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡманов һәм ижади төркөм Волга буйы федераль округының Башҡортостан республикаһында йәмәғәт проектарын бойомға ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Әйткәндәй, “Ҡорос” халыҡ театры быйыл ун йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо ваҡыт арауығында йыйылған бай репертуарҙары, йыр-моң менән улар 26 декабрҙә БДПУ-ның тамаша залында көтөп ҡала.