Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
20 Декабрь 2019, 14:30

"Ирәндек" кинотеатры яңырыш кисерә

Баймаҡ ҡалаһының “Ирәндек” кинотеатрындағы ҙур ремонт эштәре тамамланып бара. Әле унда һуңғы штрихтар яһайҙар. Ремонт федераль программаға буйынса яуланған грантҡа башҡарыла тип хәбәр итә "Һаҡмар гәзите".

Бөгөнгә тамашалар залы тулыһынса яңыртылған. 100 йомшаҡ ултырғыс урынлаштырылған. Коляскалы инвалидтар өсөн дә айырым урын бар. Әйткәндәй, креслолар махсус күтәрмәләргә ултыртылған. Тимәк, артҡы рәттәгеләр экранды иркен ҡарай аласаҡ. Иҙәндәргә, шул уҡ ваҡытта сәхнәгә лә ковролин түшәлгән. Ә иң мөһиме - кино күрһәтеү аппараты тулыһынса яңыртыласаҡ. Тамашалар залын уратып, 12 тауыш колонкаһы урынлаштырыласаҡ. Тейешле ҡорамалдар килтерелгән.

Яңы һулыш алған кинотеатр декабрь аҙаҡтарында тантаналы шарттарҙа асыласаҡ. Баймаҡтар өсөн был ҙур Яңы йыл бүләге буласаҡ. Яңыртылған “Ирәндек” үҙ эшен “Һеңлекәш” нәфис фильмынан башлаясаҡ.

Фото. Л.Такаева

Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ir-ndek-kinoteatri-ya-irish-kiser-47575/
Читайте нас: