Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
18 Декабрь 2019, 17:50

"Сәсән тауышы" сараһын гөрләтеп уҙғарҙыҡ!"

тип хәбәр итте беҙгә Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбикә.

- 14 декабрҙә Башҡорт теле көнөндә Ғафури районының Ватан ауылында "Сәсән тауышы" сараһы гөрләп үтте. Ул Алтынбикә сәсәниәнең "Тормошобоҙ булһын иманлы" һәм "Мөхәббәт бәүелсәге" китаптарының исем туйҙарына арналды.

Ҡунаҡтар Ишембай районының Маҡар, Иҫәкәй, Әрмет ауылдарынан, Ғафуриҙың Мәндем, Табын һәм Яугилде ауылдарынан, район үҙәгенән килеп етте. Был рухлы, матур сарала Ватан ауылының "Йәншишмә" балалар төркөмө менән Яугилденән "Һандуғас" төркөмө ҡыҙҙары, Алтынбикә сәсәниәнең ике ҡыҙы, ейән-ейәнсәрҙәре лә ҡатнашты.

Башҡорт теле көнөндә үткән был әһәмиәтле сара Ғафури һәм Ишембай райондары дуҫлығын нығытыусы, Табын һәм Юрматы ырыуҙарын бергә бәйләүсе булды. Ватанға килгән барлыҡ ҡунаҡтарға ҙур рәхмәт!

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән

Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/S-s-n-tauishi-sara-in-g-rl-tep-u-ar-i-44408/
Читайте нас: