Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
17 Декабрь 2019, 20:05

"Йәлембәттә "Йөрәк һүҙе" үтте"

Тип хәбәр итте беҙгә Таштимер ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Шәрифә ИҘРИСОВА:

- Беҙҙең Таштимер ауыл биләмәһендә ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы төрлө мәҙәни саралар даими рәүештә үткәрә. Үткән йомала беҙҙең Йәлембәт клубында биләмә ауылдары ҡатнашлығында Башҡорт теле көнөнә, Мостай Кәримдең һәм Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына арналған "Йөрәк һүҙе" конкурсы гөрләп үтте.

Тәүҙә беренсе турҙа шиғриәт һөйөүселәр үҙҙәренең йөрәк түренән сыҡҡан шиғри һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Тупаҡтан Марсель Хамматов һәм Сажиҙә Мәғәфүрова, Әүмештән Фәрүәз Хәфизова, Таштимерҙән Илүзә Ғәйнуллина һәм Зәйтүнә Хөсәйенова, Яңы Һамарҙан Таңсулпан Дауытова, Салауаттан Ғәлиә Ҡаһарманова һәм Гөлсиә Аҡсурина, Йәлембәттән Тәслимә Искәнйәрова һәм Рузинә Яҡшыбаева, Әбйәлил ҡасабаһынан Нәйлә Мөхәмәтдинова һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле һәм матур йөкмәткеле шиғырҙары менән хайран итте.
Икенсе турҙа конкурсҡа ярашлы тема буйынса шиғыр һөйләүселәр ҙә һынатманы. Тупаҡтан Тәслимә Әсфәнйәрова, Таштимерҙән Зифа Юлдашева, Яңы Һамарҙан Хәснә Варисова, Михайловканан Нәфисә Дауытовалар шундай дәртле, оҫта итеп һөйләне. Әбйәлилдең "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһы тәрбиәселәре Алһыу Садыҡова менән Динә Бүләкбаева Мостай Кәримдең "Үлмәҫбай" поэмаһын бик йәнле итеп сәхнәләштереп һөйләп, байрамды тағы ла йәмләп ебәрҙе.
Шиғыр бәйгеһен абруйлы жюри ағзалары баһаланы. Улар - райондың "Йәйғор" ижади берекмәһе ағзалары Фәнүзә Биктимерова, Айһылыу Хәсәнова һәм ветеран уҡытыусы, Михайловка ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүлиса Хәйруллина конкурсанттарҙы ғәҙел баһалап, һәр береһенә "Йөрәк һүҙе" логотибы төшөрөлгән дипломдар һәм грамоталар тапшырҙы.
Байрам урындағы ҡатын-ҡыҙҙар әҙерләгән сағыу концерт номерҙары менән бергә үрелеп барҙы.

Ошо сараны үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәткән район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Линиза Камил ҡыҙы Сәғәҙиеваға, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәре Таштимерҙән - Венера Ғәбитоваға, Салауаттан - Айһылыу Ғөбәйҙуллинаға, Тупаҡтан - Гөлсөм Хәйҙәрова менән Таңсулпан Мәғәфүроваға, Әүмештән - Өлфирә Шәйхетдиноваға, бәйгене музыкаль яҡтан биҙәүсе Артур Ишмурзинға сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Шулай уҡ байрам матур үтһен тип йүгереп йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ Гөлсөм Шәриповаға, Зәйтүнә Мәғәфүроваға, Зилә Вилдановаға, Гөлназ Ғиниәтоваға, Тәнзилә Ғиззәтоваға Йәлембәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәисе Фәнилә Хәйруллинаға, клуб мөдире Әлиә Ғиниәтоваға ҙур рәхмәт белдереп, уларға киләсәктә лә шулай ауыл өсөн янып йөрөүҙәрен теләйбеҙ.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Y-lemb-tt--Y-r-k--e--tte-42698/
Читайте нас: