Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
17 Декабрь 2019, 01:35

«Байыҡ-2019» телевизион конкурсы еңеүселәре билдәле булды

Бейеү байрамы. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Байыҡ-2019» телевизион конкурсы еңеүселәре билдәләнде.

Мәртәбәле бәйгелә сәхнәгә 500-ҙән ашыу бейеүсе сыҡты. Йылдағыса конкурс бай йөкмәткеле программаһы, сағыу костюмдар, көслө ҡатнашыусылары, юғары әҙерлек кимәле менән иҫтәлекле булды.
Башҡорт бейеү сәнғәтендә көтөп алынған ваҡиға – «Байыҡ» телевизион конкурсы финалы. Сәхнәлә яңғыҙ бейеүселәр, дуэт, тулы ансамблдәр – һәр төркөм үҙ номинацияһында көс һынаша. Етди әҙерләнеп килгән бейеүселәрҙе тәжрибәле сәхнә оҫталары тип баһаларға мөмкин, сөнки уларҙың күбеһе бәйгелә бер нисә йыл рәттән ҡатнаша.
«Байыҡ»тың нигеҙендә халыҡсанлыҡ ята һәм быны тамашасы юғары баһалай. Бейеү сәнғәтенә ғашиҡ милләттәштәребеҙ гала-концертҡа дәррәү йыйылды.
Бейеүҙәрҙә ил тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәр, башҡорт рухын сағылдырған хәрәкәттәр урын алды. Сәхнә декорациялары, артистарҙың милли кейемдәре күҙҙен яуын алырҙай сағыу һәм иҫтәлекле булды.
Йылдан- йыл «Байыҡ»та үҙен һынап ҡарарға теләүселәр арта. Тәүҙә 50 кешенән башланһа, хәҙер был һан ун тапҡырға артҡан. Быйыл да мәртәбәле бәйге сит тарафтарҙа йәшәүсе бейеүселәрҙе берләштерҙе.
Халҡыбыҙ бейеүҙәрен һаҡлауға, үҫтереүгә ҙур өлөш индергән «Байыҡ» телевизион конкурсы 12-се миҙгелен йомғаҡланы. Иң юғары баһаға – Халыҡ бейеүсеһе исеменә Баймаҡ районынан Динислам Искужин лайыҡ булды. Ҙур ансамблдәр, парлы бейеүселәр араһында еңеүселәр төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Иң мөһиме, мәртәбәле ярыш бөтә ҡатнашыусыларға ла, тамашасыға ла көс-дәрт өҫтәп, яҡшы кәйеф бүләк итте.
Автор: Флорида Ким.
Читайте нас: