Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
16 Декабрь 2019, 17:55

Башҡорт теле көнөндә — «Байыҡ» башҡорт бейеүе конкурсы!

14 декабрь «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Байыҡ» башҡорт бейеүе конкурсы үтте.

Быйыл гала-концертта башҡорт халҡы күпләп йәшәгән күрше төбәктәрҙән төрлө бейеү коллективтары ла ҡатнашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һәр береһенә рәхмәт хаты тапшырҙы.

Улар — Пермь крайынан «Ғилмияза» халыҡ фольклор ансамбле, Ҡурғандан — «Бәхет» халыҡ фольклор ансамбле, Силәбенән — «Айгөл» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Ырымбурҙан — «Юлдаш» фольклор коллективы. Бынан тыш, Һарытау өлкәһенән солистка Римма Ғәлиева ла сығыш яһаны.

Күрше төбәктән килгән яҡташтарыбыҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бүләк иткән милли кейемдәрҙә сығыш яһаны.
Фото Бөтә донъя башҡорттар Ҡоролтайы сайтынан.
Читайте нас в