Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
14 Декабрь 2019, 11:50

Башҡорт теле көнө Эстонияла ла билдәләнә

Башҡорт теле көнөнә арналған сараларға Башҡортостандан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә әүҙем ҡушылды.

Эстонияның баш ҡалаһы Таллинда эшләп килгән «Ағиҙел» ойошмаһы етәксеһе, Баҡалы районында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ Флүзә Хәйрулллина Башҡорт теле көнө уңайынан Европа һәм донъя башҡорттарына видеоҡотлау менән мөрәжәғәт итеп, Салауат Юлаевтың «Уралым» шиғырын уҡыған. Флүзә Хәйруллина үҙенең улы менән ҡыҙында ла башҡорт теле һәм йыр-моңона һөйөү тәрбиәләй алған шәхес.
Ғаилә Эстонияла үткән милли байрамдарҙа сәхнәгә халҡыбыҙҙың милли кейемдәрен кейеп сыға, алыҫ тарафтарҙа башҡорт телмәрен һәм моңон ишеттереп йәшәй.
Читайте нас: