Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
13 Декабрь 2019, 15:05

Салауаттар Өфөлә "Ерҙәштәр"ҙе ҡуясаҡ

Салауат башҡорт дәүләт драма театры Мостай Кәримдең «Ауыл адвокаттары» повесы буйынса ҡуйылған «Ерҙәштәр» спектакле менән Өфөгә юлланасаҡ. Ҡуйыусы режиссеры - повестың инсценировка авторы, яҡташыбыҙ Антон Федоров.

2016 йылда «Ерҙәштәр» спектакле бик мауыҡтырғыс, фәлсәфәүи, заманса яңғырашлы, яңы алымдар менән ҡуйылған сәхнә әҫәре булып халыҡ тарафынан йылы ҡабул ителде.

Бөйөк халыҡ шағиры Мостай Кәрим үҙенең әҫәре хаҡында былай тигән:"Һеҙ зирәк аҡыллы, тиҙ үк төшөнөп алырһығыҙ. "Ауыл адвокаттары"тигән был яҙмамда мин өс бер тиҫтерҙең, өс ҡорҙаштың, өс дуҫтың тормошон түкмәй-сәсмәй һөйләп бирергә йыйынмайым. Оҙон һөйләүҙең ҡыҙығы ла юҡ хәҙер. Бары улар ҡалдырып киткән аҫыл заттарҙың бәғзе берҙәрен сүпләп ҡыҫҡа ғына епкә теҙмәксе иттем. Эреле-ваҡлыраҡ булыр булыуын, әммә тулыны буштан, дөрөҫтө ялғандан айырырға тырыштым."

Ролдәрҙә: Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңдулла Иҙрисов, Башҡортостандың халыҡ артистары Гөлшат Зыязетдиновтар, Гөлсәсәк Шәрипова, Риза Мәһәҙиев, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Яҡуп Шәрипов, Нәүфилә Яҡупова, Фәтих Ҡолһарин, Гөлфирә Сәфиуллина, артистар Рөстәм Фазылов, театрыбыҙҙың йәш артистары Рафаэль Ғәйнуллин, Мираҫ Йомағужин, Әмир Үтәбаев, Риф Мусин, Айһылыу Лоҡманова, Рәмзиә Мәҡсүтова, Лиана Ниғмәтуллина, Нәркәс Йомағужина, Радик Ғәлиуллин һәм Радмир Дәүләтбаев.

Хөрмәтле театр һөйөүселәр!
Барығыҙҙы ла 16 декабрь "Нур" татар театры сәхнәһендә киске сәғәт 7-лә Мостай Кәримдең "Ерҙәштәр" тормош хикмәттәрен ҡарарға саҡырабыҙ!

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Salauattar-f-l--Er-sht-r-e-uyasa-37290/
Читайте нас: