Спектаклде Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Ҡорос” халыҡ театры әҙерләй. “Һуңғы йылдарҙа Аҡмулла тормошо һәм ижады тураһында яңы мәғлүмәттәр тупланды”, - ти “Аҡмулла аманаты” китабы авторы, яҙыусы Фәнис Янышев.
Режиссер Илнур Лоҡманов әйтеүенсә, Аҡмулланың төрмәлә ултырғанда хат яҙыуы, атаһы менән булған мөнәсәбәте спектаклдә киң сағылыш ала.