Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
6 Декабрь 2019, 00:30

Төп милли театрыбыҙҙа – оло тантана

Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҙур тантана – төп мәҙәниәт усағыбыҙ 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров академдарҙы байрам менән ҡотлап, дәүләт наградалары тапшырҙы. Шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәтенең, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, Мәҙәниәт министрлығының, Өфө ҡалаһының бүләктәренә лайыҡ булды сәнғәт оҫталары. Ҙур сәхнәнән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың да ҡотлау хаты яңғыраны.
Абруйлы театр актерҙары Илсөйәр Ғәзетдинова, Илдар Ғүмәров, Илдар Сәйетов – Халыҡтар дуҫлығы орденына, Хөрмәтулла Үтәшев – Салауат Юлаев орденына, Алһыу Ғәлина, Гөлнара Әмирова һәм Ирек Булатов – Башҡортостандың халыҡ артисы, Фирғәт Ғарипов, Римма Ҡаһарманова, Артур Ҡунаҡбаев, Руслан Хайсаров Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исемдәренә лайыҡ булды.
Читайте нас: