Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
6 Декабрь 2019, 00:25

Балан байрамына йыйылды ағинәйҙәр

Балан – халҡыбыҙҙың хан һыйына торошло ризыҡтарының береһе. Ҡунаҡ табынында ҡаҙы, ҡымыҙ, ҡорот, бал кеүек ризыҡтар менән бер рәттә ҡуйылырға тейешле аш-һыу һуңғы йылдарҙа лайыҡһыҙ рәүештә онотолоп бара. Һәр ойошма баландан үҙенең төбәгенә хас тәмлекәстәр килтергән. Сарала ҡатнашыусылар рецептар менән уртаҡлашты.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы , “Ағинәйҙәр”, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары, Абдулҡадир Инан исемендәге китапхана белгестәре Балан байрамын икенсегә үткәрә. Быйыл сараға республиканың 15 районынан ағинәйҙәр килгән.
"Балан һөйәгенең онтағы йөрәккә файҙалы. Балан һөйәген дә ташламаған беҙҙең өләсәйҙәр. Уны киптереп, килегә һалып төйгәндәр, еләк ҡушып, ләүеш йәки асыҡ бәлешкә эслек итеп ҡулланғандар. " Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән Балан байрамында был әсе емеш тураһында күп яңы мәғлүмәт асыҡланды. Сарала ҡатнашыусылар баландан бешерелгән ризыҡтарҙы тәмләп ҡараны.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә әүҙем эшләгән шәхестәргә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Читайте нас: