Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
5 Декабрь 2019, 12:05

Башҡорт дәүләт академия драма театрын 100 йыллыҡ юбилейы менән Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡотланы

Республиканың төп дәүләт театры ижтимағи һәм мәҙәни-ағартыу үҙәгенә әйләнде. Ул Башҡортостан халыҡтарының бай тарихи һәм рухи ҡомартҡыларын һаҡлауға, илебеҙҙең күп милләтле мәҙәниәтен үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә тиелгән Президент ҡотлауында.

Рәсми телеграмма Кремлдең сайтында урынлаштырылған. Республикабыҙҙың төп театрының бер быуатлыҡ юбилейына арналған танатана кисә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙҙы.
Яңы бинала миҙгел Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» драмаһы менән асыла. Башҡорт, рус сит ил классикаһы, комедиялар һәм трагедиялар. Ул йылдарҙа халыҡ билеттар артынан оҙон сиратҡа баҫа. Ә спектаклдәрҙән һуң актерҙар улар ҡамауынан өйҙәренә ҡайтып китә алмай. Фидан Ғафаров сәхнәлә ярты быуаттан ашыу. Уның ижадына табыныусылар хәҙер элеккенән дә күберәк.
Театр ысын мәғәнәһендә утты ла һыуҙы ла кискән. 1994 йылда сәнғәт мәркәзен ҡыҙыл әтәс ялмай. Ете йылдан ғына әлеге сәхнәгә аяҡ баҫырға тура килә. Республиканың төп театры бинаһында реконструкция эштәре бара һәм ул киләһе йылдың мартына тиклем һуҙыласаҡ.
Театрҙы бер быуатлыҡ юбилейы менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы һәм актерҙарға лайыҡлы эштәре өсөн наградалар тапшырҙы.
Һәр актерҙың шатлығын тамашасы дәррәү ҡул сабып уртаҡлашты. Яратҡан театрының 100 йыллыҡ тантанаһына килергә теләүселәр залда ултырыусыларға ҡарағанда, әлбиттә, күберәк булғандыр. Күптәр байрамды «Ҡурай» каналында тура трансляцияла күрә алды. Театр 101-се миҙгелендә тамашасыларҙы көтөп ҡала.
"Башинформ".
Читайте нас: