Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
5 Декабрь 2019, 13:50

Бөгөн Өфөлә халыҡ кәсептәре фестивале асыла

Күргәҙмәлә Башҡортостан вәкилдәренән тыш, илдең 16 төбәгенән, шулай уҡ Беларуссиянан оҫталар ҡатнашырға теләк белдергән.

Күргәҙмә барышында сауҙа һәм халыҡ өсөн ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. “Республика оҫталары ҡорама ҡорау, шәл бәйләү, милли уйын ҡоралдары һәм ҡурсаҡ әҙерләү, ағас һырлау һәм кейеҙ баҫыу кеүек һөнәрҙәрен күрһәтәсәк”, - ти Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы директоры Альбина Килдеғолова.
“Өфө. Арт. Кәсептәр. Сувенирҙар” күргәҙмәһе алтынсыға ойошторола.
Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: