Сара барышында шағирҙар Мәүлит Ямалетдинов һәм Әхмәр Үтәбаев Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. “Китап менән яҙыусы бер бөтөн. Ул үҙенең фекерен кешеләргә еткереү ысулы ошо китап аша икәнен яҡшы аңлай”, - ти шағир Әхмәр Үтәбай.
Юбилей сараларына Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙән ҡунаҡтар килде. Яҙыусыларҙы байрам менән Белорус, Ҡаҙағстан, Дағстан, Татарстан әҙиптәре ҡотланы.
Әйткәндәй, Башҡортостанда “Туған телгә 100 аҙым” тигән акция иғлан ителде. Халыҡҡа башҡорт авторҙарының 100 әҫәрен уҡырға тәҡдим ителә. Исемлек менән интернетта йәки китапханаларҙа танышырға мөмкин.