Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
4 Декабрь 2019, 10:55

Ҡотлайбыҙ!

Кисә, 3 декабрҙә, байтаҡ шәхестәребеҙ ижадтарына күрә лайыҡлы наградалар алды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: БР Яҙыусылар союзы - 85, Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Билдәле шағирә, журналист, популяр йырҙар авторы Зөһрә Ҡотлогилдина менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының юғары наградаһы - "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән бүләкләнде.

Яҙыусылар союзының юбилей тантанаһында награданы ҡоролтай Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова тапшырҙы.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/otlaybi-26052/

Фото: Гөлнур Ҡыуатова.

Читайте нас: