Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
3 Декабрь 2019, 17:15

Вьетнамдан күстәнәс менән

Кисә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия бейеү ансамбленең Вьетнамдағы гастролдәре тамамланды.

Бейеүселәр Ханой, Вунгтау, Хошимин ҡалаларында сығыш яһаны. Ә буш ваҡыттарында улар Ханой бейеү ансамбле артисы Зунгтан вьетнам халҡының лирик бейеүен өйрәнде. Был композиция киләсәктә ғәскәровсыларҙың репертуарын биҙәйәсәк.

Шулай уҡ бейеүсе Хәбир Аралбаев тиҙ арала музыканттарҙан чонгта - вьетнам милли музыка ҡоралында уйнарға өйрәнгән. Үҙенсәлекле моңға ғашиҡ егет уны Өфөгә лә алып ҡайта.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Vetnamdan-k-st-n-s-men-n-25396/

Читайте нас: