Пьесала ваҡиғалар Башҡортостанда XVII быуатта бара. Бороңғо башҡорт ырыуы менән ире һәләк булғандан һуң бай ҡатын Тәңкәбикә идара итә. Тәңкәбикә ғаиләһендә уның кесе улы Ишмырҙа, уртансы улы — Аҡъегет, өлкән улы — Юлмырҙа йәшәй. Аҡъегет - һылыу ҡыҙ Зөбәржәт менән никахлашҡан, ә Юлмырҙа Шәфәҡкә өйләнгән. Хәрби хеҙмәттә Юлмырҙа һәләк була.
Ырыуҙа шундай йола үтәгәндәр — өйләнгән өлкән улы һәләк булған осраҡта, ҡустыһы тол ҡатынға өйләнә. Шәфәҡте Аҡъегет алырға тейеш була, ә Зөбәржәтте 11 йәшлек Ишмырҙаға бирергә тура киләсәк.
Йолаға ярашлы Аҡъегетте Шәфәҡкә өйләндерәләр, ә Зөбәржәтте Ишмырҙаға кейәүгә бирәләр. Зөбәржәт һәм Аҡъегет әмеңгерлек законына буйһонорға теләмәйҙәр һәм уларҙы ҡыуалар. Улар, ай тотолоуы тамамланғанын, шуның менән бергә ҡараңғы ваҡыттар ҙа бөткәнен белдереп, «ай яҡтыһына» китәләр, һәм уларҙың тормош юлы дауам итә.
Ырыу йолаларын һәм халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәрен ҡабул итмәү пьесаның драматик конфликт нигеҙен тәшкил итә. Автор уҡыусыны, ҡәҙимге кешелек ҡиммәттәрен аңларға кәрәк, ата-бабаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә һуҡырҙарса эйәреү трагедияға килтерергә мөмкин тигән фекергә килтерә. Ай тотолоу образы (йолаларға һуҡырҙарса эйәреүҙән аң томаланыу), — ситуацияны тулыһынса күреүҙән туҡтап, тик традицияларға ғына таянып, беҙ ҡот осҡос эҙемтәләргә килеү ҡурҡынысы аҫтына ҡуйылабыҙ тип әйтә.
Ролдәрҙе башҡаралар Фәнил Ҡарасурин, Гөлемеш Ибраһимова, Нүрзидә Сәлимгәрәева, Физәлиә Рәхимова, Илһам Рәхимов,Илфир Баймырҙин, Марат Зөбәйеров, Сәлимә Солтангәрәева, Илнур Атйетәров, Рәсил Сынбулатов, Револь Ғималов, Илгиз Әкимбетов, Ирек Ибраһимов.