29 ноябрь көндөҙгө сәғәт берҙән (13.00) алып 30 ноябрь сәғәт бергә (13.00) тиклем һәр кем бәйгелә ҡатнашҡан театрҙар өсөн 8 800 350 35 43 номеры буйынса шылтыратып, бушлай тауыш бирә ала.
Шуныһы мөһим: Башҡортостандан ҡатнашҡан "Ҡорос" халыҡ һәм Татлы ҡалаһы балалар театрҙары өсөн Башҡортостандан ситтә йәшәүселәр генә тауыш биреү хоҡуғына эйә. Республика халҡы, үҙ сиратында, башҡа төбәктәр өсөн тауыш бирә ала.
Проект финалы 30 ноябрҙәТүбәнге Новгородта, тауыш биреүҙең икенсе көнөндә үткәрелә. Үҙ категорияларында еңеүселәр 200 мең һум аҡсалата бүләк аласаҡ. Шулай уҡ иң яҡшы актерҙар, режиссерҙар һәм театраль афиша конкурсында ҡатнашыусыларға ла лайыҡлы бүләктәр тапшырыласаҡ.