Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
27 Ноябрь 2019, 22:45

«Башҡорт йыры» конкурсының Гала-концертына рәхим итегеҙ!

Өфөлә сираттағы репетиция үтте. Проекттың 10 йыллыҡ тарихында конкурсанттар тәүгә Башҡортостандың Милли симфоник оркестры менән берлектә сығыш яһаясаҡ.

Гала-концерт 29 һәм 30 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтә. Ғөмүмән, телевизион бәйгелә ҡатнашырға быйыл дүрт тиҫтәләп йырсы теләк белдергән. Уларҙың ун һигеҙе һайлап алыу турын үткән.

Йылдан-йыл фестивалдең географияһы киңәйеүе менән дә алдыра. Конкурсанттар Башҡортостандан тыш, Татарстан, Ырымбур, Силәбе өлкәһе һәм башҡа төбәктәрҙән дә килә.
Читайте нас: