Күптәрҙең кумирына әйләнгән йырсы кисәгә килеүселәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға тулы яуап бирҙе. 11 йәшендә генә атайһыҙ ҡалған Радик мәктәп йылдарында уҡ шоу-бизнеста тәүге аҙымдарын яһай. Ә 30 йәшендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән юғары исемгә лайыҡ була.
Бөгөн Элвин Грей гастролдәр менән Рәсәй ҡалалары буйлап йөрөй, ҡайҙа ғына барһа ла тамашасы уны һәр ваҡыт аншлаг менән ҡаршы ала. Милли эстрадалағы башҡа коллегаларынан айырмалы Радик Юлъяҡшин ике йыл рәттән Өфөлә һәм Ҡазанда тулы стадион тамашасы йыйыуға өлгәште.
Яратҡан артист менән осрашыуға йөҙҙәрсә километр алыҫлыҡтан килеүселәр ҙә табылды. Шуларҙың береһе сығышы менән Ғафури районынан булған Миңзәлә Дилмөхәмәтова. Ул ваҡытында Радиктың әсәһен биология фәненән уҡытыуы тураһында һөйләне. Кисәлә Радик Юлъяҡшинға иҫтәлекле бүләктәр ҙә тапшырылды. Әйтәйек, Башҡортостан башлығы исеменән бирелгән картина бик үҙенсәлекле булды. Сөнки унда йырсының тауышы төшөрөлгән.