Күргәҙмәнең маҡсаты – айырыуса һаҡланған Урал тәбиғәтен бар матурлығында күрһәтеү, туристарҙа һәм ял итеүселәрҙә тыуған яҡ тәбиғәтенә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә саҡырыу. Бынан тыш был күргәҙмәлә экологик туризмдың кеше һәм тәбиғәт өсөн ыңғай тәьҫире хаҡында ла бәйән ителәсәк.
Фотокүргәҙмә һынлы сәнғәт галереяһының ике залын биләй. Милли паркта Шүлгәнташ мәмерйәһе, Көньяҡ Урал ҡурсаулығында төшөрәлгән тәбиғәт күренештәре, хайуандар донъяһы сағылдырылған. Күргәҙмә өс аҙна даумында , 12 декабргә тиклем эшләйәсәк.