Тауыш биреү 30 ноябргә тиклем фестивалдең интернет селтәрендәге рәсми сайтында үтә. «Ҡорос» халыҡ театры республикала беренсе урын яулап Волга буйы округында ла еңеүгә дәғүә итә. Осрашыу сиктәрендә Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Анастасия Конобеева күреү мөмкинлегенән мәхрүм булғандар өсөн Өфө театрҙары макетынан торған күргәҙмә тәҡдим итте. Ул ошо проект менән быйыл «Иволга» йәштәр форумында еңеү яулағайны.