Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
19 Ноябрь 2019, 20:00

"Көҙгө һулыш" хор сәнғәтенә яңы һулыш өҫтәне

Ишембайҙа башҡорт хорҙары һәм вокал ансамблдәренең II асыҡ Республика фестиваль-конкурсы үтте.

Сара Башҡортостандың 100 йыллығына арналды. Конкурс талаптарына ярашлы, ҡатнашыусылар программала башҡорт халыҡ йырҙары һәм башҡорт композиторҙары әҫәрҙәре менән сығыш яһаны.
"Көҙгө һулыш" быйыл Бөрйән, Благовар, Ғафури, Йылайыр, Ишембай, Көйөргәҙе, Мәсетле, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Хәйбулла райондары һәм Сибай, Ишембай, Күмертау, Учалы, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан 24 коллективты, йәғни 400 кешене ҡабул итте. Гран-при Миәкә районының Ғаяз Исмәғилев етәкселегендәге башҡорт халыҡ хорына тапшырылды.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/K-g--ulish-hor-s-n-ten-ya-i-ulish--t-ne-14115/
Читайте нас: