Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
18 Ноябрь 2019, 15:35

Сәфәр хәйерле булһын!

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының әҙәбиәт бүлеге мөхәррире Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА хәбәр итә:

- Театрҙың башҡорт труппаһы Чебоксарҙар ҡалаһына юлланды. Унда 11 – 20 ноябрҙә милли йәш тамашасы театрҙарының «Волга буйы әкиәте» Бөтә Рәсәй фестивале уҙа.

Мәҙәни сара Сыуашстан Республикаһының баш ҡалаһында театраль форум мәлендә үтә. Милли йәштәр театры фестивалдә Мария Ладо әҫәре буйынса ҡуйылған «Йәшәгән, ти...» спектакле менән 19 ноябрҙә Сеспель исемендәге сыуаш дәүләт йәш тамашасылар театры сәхнәһендә сығыш яһарға йыйына. Спектаклдең режиссеры –Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/S-f-r-h-yerle-bul-in-12751/

Читайте нас в