Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
17 Ноябрь 2019, 23:10

Өфө танылған юмор үҙәгенә әйләнәсәк!

Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Ул үҙенең “Фейсбук”тағы битендә киләһе йылдан өфө Рәсәйҙәге танылған юмор үҙәгенә әйләнәсәк, тип хәбәр итте.

"Башҡортостанда КВН — ҙур ағым, йылына 30 команда һәм 400 мең тамашасы, ә иң мөһиме — ижади йәштәр өсөн үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлеге. Беҙ Йәштәр сәйәсәте һем спорт министрлығы линияһы буйынса КВНсыларға ярҙам итәбеҙ, улар республиканы танытҡан беҙҙең егеттәр”, — тип яҙа Радий Хәбиров.

Ул был сезонда Нефтекамскийҙан “Нефтик” командаһының Беренсе лигала уйнауын билдәләп үткән. Әгәр егеттәр Юғары лигаға сыҡһа, беренсе каналда уйнаясаҡ.

"КВН Халыҡ-ара берләшмәһе менән киләһе йылдан Өфөлә КВН-ТВ федераль каналына трансляцияланған телевизион лига уҙасағы тураһында килешелде. Төрлө ҡалаларҙан һәм хатта илдәрҙән 20ләп команда беҙгә киләсәк — Рәсәйҙә танылған юмор үҙәге буласаҡбыҙ”, — тип хәбәр итә төбәк Башлығы.
Читайте нас: