Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
17 Ноябрь 2019, 21:40

Еңеүсе - Рушан!

15 ноябрҙә Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылы мәҙәниәт йортонда башҡорт һәм татар эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың "Ҡайтауаз" төбәк-ара конкурсы үтте.

Быйыл был ижади бәйгелә Федоровка, Мәләүез, Ейәнсура, Иглин, Йылайыр, Стәрлебаш, Көйөргәҙе райондарынан, Октябрьский, Күмертау ҡалаларынан, Ырымбур өлкәһенән йырсылар көсөн һынаны.

Конкурста Гран-приҙы Ейәнсура егете Рушан Ҡәҙербаев яуланы. Ҡурайсы булараҡ танылған Рушандың тауышы ла бик матур, көслө икән.

1 урынды Көйөргәҙенән Фидан Булатов менән Мәләүездән Райхана Хафизова бүлешкән.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/e-e-se-rushan/
Читайте нас: