Һамар өлкәһендә 10 меңгә яҡын башҡорт йәшәй. Милләттәштәребеҙ үҙ теленә һәм мәҙәниәтенә тоғро булып ҡалған. Сараны ойоштороуҙа һәм халҡыбыҙ йолаларын, туған телен һаҡлау, үҫтереү йәһәтенән күп көс һалған шәхестәр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Һамар өлкәһенең “Ләйсән” ансамбле бейеүселәре бынан ары сәхнәгә яңы костюмдарҙа сығасаҡ. Инде 15 йыл Һамар өлкәһендә эшләп килгән коллектив тамашасыларға башҡорт бейеүе матурлығын күрһәтә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ансамблгә милли кейем бүләк итте.
Һамар өлкәһенең башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәренә милли уйын ҡоралдары-ҡумыҙ һәм ҡурай тапшырҙылар.
Рухиәт байрамын "Арғымаҡ" төркөмө сығышы йәмләне.