Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
11 Ноябрь 2019, 12:00

Флешмобҡа Стәрлебаш балалары ла ҡушылды

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы Миләүшә Хәйбуллинаның Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында һәм сит илдәрҙә башҡортса бейеп, видеоларын интернетҡа һала башлауы ҙур флешмобҡа әйләнде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та социаль селтәрҙә флешмобты хуплап, иң яҡшы номер өсөн бүләк вәғәҙә итте.

Ошо көндәрҙә Стәрлебаш ауылының 4 һанлы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ләйсән Моратованың тәрбиәләнеүселәре лә флешмобҡа ҡушылды. Уларҙың ихлас бейеүе менән видеоролик интернет селтәрендә тауыштар йыя башланы.
Читайте нас: